top of page
M_xU7K9VFys_edited_edited_edited.jpg

Бала саҡта алған тәрбиәне һунынан бөтә донъя халҡы ла үҙгәртә алмаҫ.

     Ризаитдин Фәхретдин

Бала саҡ мәнге ҡабатланмаҫ бер мәл, мөғжизәләр иле икәнен өлкәнәйгәс кенә анлайбыҙ. Был осор кешенен  донъяға тәүге аҙым яһауы, алдағы тормошона нигеҙ ташы булып тора.

     Балалар баҡсаһында эшләү осоромдон тиҫтәнән ашыу йылын "Балаларға әхлаҡи тәрбиә биреүҙә халҡыбыҙҙын ауыҙ - тел ижадын ҡулланыу" тигән эш йүнәлешенә арнаным. Маҡсатым - халҡыбыҙға хас булған әҙәп- әхлаҡи сифаттарҙы балалар күнеленә һендереүҙә ата- әсәләргә булышлыҡ итеү. Мостай Кәрим әйтмешләй, "тәүге ғүмер миҙгелендә бала ни алған, шул ғүмер буйы китә.Туған телгә, туған монға,кешеләргә, тәбиғәткә мөхәббәт балаға  әсә теле менән инә икән,ғүмер буйына етә. Кешеләрҙен үҙҙәре, һүҙҙәре, ҡылыҡтары аша бала тормошто үҙләштерә, игелектен, игелекһеҙлектен, яҡшынын, яманлыҡтын ни икәнен анлай башлай".

   Халҡыбыҙҙын ауыҙ- тел ижады өлгөләрендә  тәрбиә алымдары, моно, бар булмышы.  Кескәйҙәрҙен күнеленә шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлек,  сабырлыҡ, тоғролоҡ кеүек сифаттарға орлоҡ һалынһа, бурысым яртылаш  үтәлде тигән һүҙ.

bottom of page